Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2020, 06:50

Ике предметтан -100 балл!

Өфөнән Анна Хайтина БДИ-ла юғары балдар йыйған.

Була бит һәр яҡлап та һәләтле балалар!
Өфөнөң 153-се лицейы уҡыусыһы Анна Хайтина математика менән информатиканан Берҙәм дәүләт имтихандарынан 100-әр балл йыйған. Республикалағы 19 мең сығарылыш синыфы уҡыусылары араһында ул – иң юғары балл йыйған берҙән- бер кеше. Быйылғы уҡыу йылында ҡыҙ “ Ломоносов”, “ “Курчатов”, Бөтә Себер олимпиадаларында ҡатнашып, еңеү яулап ,Мәскәү физика- технология институтының “Компьютер технологиялары” йүнәлеше буйынса имтихандарһыҙ уҡырға ингән инде.
“Олимпиадаларҙа ҡатнашыу, белемемде туҡтауһыҙ камиллаштырыу БДИ-ла юғары балдар йыйырға ярҙам итте”, – ти Анна.
Фото: ҡыҙҙың шәхси архивынан.
Читайте нас