+20 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2020, 08:10
Бер инәй урманда аҙашҡан һәм төндө шунда уҙғарған
64 йәшлек инәй Белорет районының Үрге Әүжән ауылы янында бәшмәк йыйғанда шырлыҡҡа инеп, ғәйеп булған. Яҡындары уны күпме эҙләһә лә таба алмаған. Аптыранғас улар ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. ⏬
Инәйҙе БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләүселәр, туғандары һәм ауыл халҡы эҙләргә сыҡҡан. Таңға ҡарай ғына табып алғандар.
Инәй ныҡ өшөгән һәм яңғыҙы урманда төн уҙғарғас ҡурҡҡан булған. Күпме бәшмәк йыйғаны тураһында билдәһеҙ.
Фото: автор
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"