Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2020, 11:35

Һаҡ булығыҙ, йыландар!

Республика халҡын йыландарҙың күбәйеүе борсой. Бигерәк тә өй тирәһендә йыланға юлығыу хәүефкә һала.

Ошо сәбәпле БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ауылдарҙа йәшәүселәрҙән һәм баҡсасыларҙан мөрәжәғәттәр килеү осраҡтары күбәйгән. Уларҙың күбеһе йыландарҙы йорт янында тап иткән.
Белгестәр белдереүенсә тәү сиратта ихатаны таҙа тотоу мөһим: ҡый өйөмдәрен таҙартырға, иҫке-моҫҡо таҡта өйөмдәре тупламаҫҡа.
Йыландан зыян күргән осраҡта сағылған урынды ҡыҫып бәйләргә йәки ағыуын һурырға ярамай. Тешләнгән урынды һабынлап йылы һыу менән йыуып төшөрөргә һәм спирт йәки спиртлы шыйыҡса менән эшкәртергә. Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсергә һәм яҡындағы медицина учреждениеһына барырға кәңәш итә.
Фото: видеояҙманан скриншот
Читайте нас