Бөгөнгө көндән, 27 июлдән, Башҡортостанда ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре велосипедсыларға ҡаршы “һунар” ойоштормаҡсы. Рейдтың маҡсаты – велосипедсылар араһында юл хәрәкәте тәртибен боҙоуҙар һанын кәметеү. Был хаҡта республика автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бөгөнгө көнгә велосипедсылар ҡатнашлығында 34 авария теркәлгән. 35 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Уларҙың 15 – бәлиғ булмағандар. Бындай аварияларҙың анализы күрһәтеүенсә, күп осраҡта велосипедсылар үҙҙәре ғәйепле – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгәндәр.