Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июля 2020, 11:55

Роналду донъя рекордын яңыртмаҡсы…

Донъяның данлыҡлы футболсыһы Криштиану Роналду рәсми уйындарҙа 735 туп индереп, донъя футбол тарихында икенсе урынға сыҡты.

Әлегә ул йәһәттән, элекке данлыҡлы Бразилия уйынсыһы Пелене ҡыуып етер өсөн, Португалия футболсыһына тағы 32 тапҡыр уңышҡа өлгәшергә кәрәк. Роналдуға 35 йәш. Тимәк, алдағы йылда, ул Пеленең 43 йыл буйы һаҡланып торған рекордын уҙып китер, моғайын. Бразилия уйынсыһы 1977 йылда карьераһын тамамлап, әлегә тиклем донъя чемпионатының берҙән-бер өс тапҡыр чемпионы булып һанала...
Фото:ТАСС
Читайте нас