Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июля 2020, 17:56

Диван һатам, тип...

50 йәшлек ҡатын иҫәбендәге 300 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Ул интернет-сайтҡа диванын һатыу тураһында иғлан яҙғас, ир кеше шылтыратып, диванды һатып алырға теләген белдергән.
Аҡсаны банк картаһына күсерәм, а диванды һуңыраҡ курьер килеп алыр, тигән ир ҡатындың банк картаһының номерын һораған, карта артындағы өс һанлы кодты ла әйттергән.
Бер нисә минуттан ҡатынға банк картаһынан аҡсаһын алыуҙары хаҡында смс-хәбәр килгән.
Ҡатын иргә шылтыратыу менән дә ни - телефоны һүнгән булған...
Мутлыҡ буйынса енәйәт эше асылған, тип белдерә БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас