Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июля 2020, 02:33

Газ хеҙмәте һәр саҡ хаҡлы

Газ менән ҡулланыу һаҡлыҡ сараларын талап итә. Шуға ла “зәңгәр яғыулыҡ” менән эшләгән ҡорамалдарҙы төҙөк тоторға кәрәк. Әгәр ҙә газ хеҙмәтенең талаптары үтәлмәһә, ҙур штраф һалынасаҡ.

Счетчиктарҙы, йыл һайын йәйге-көҙгө айҙарҙа газ ҡорамалдарын тикшерергә йөрөгән газ хеҙмәтенән килеүселәрҙе йортоғоҙға ин­дермәнегеҙ, уларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ күрһәтәһегеҙ икән, газығыҙҙы һүндереүҙәре лә ихтимал. Һуңынан өйгә “зәңгәр яғыулыҡ”ты тоташтырыу өсөн яңы­нан түләргә тура ки­ләсәк. Тикшереүҙәр үте­үе тураһында улар йортта йәшәүселәрҙе – 7 көн, газ биреүҙе туҡтатыу тураһында 20 көн алдан иҫкәртергә тейеш. Газ хеҙмәтенән килеүсе­ләрҙе өйөгөҙгә индер­мәгәнегеҙ өсөн 1 мең­дән 2 мең һумға тиклем штраф түләт­тереүҙәре лә ихтимал (РФ Административ хо­ҡуҡ бо­ҙоуҙар тура­һын­дағы кодексының 3-сө бү­леге, 9.23-сө статья­һы). Өҫтәмә штраф һал­һалар, 2 – 5 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ.


Плитағыҙ иҫкерһә...

Файҙаланыу ваҡыты үткән плитаны тотоноу тыйыла. ГОСТ талаптары буйынса, уның менән 14 йыл файҙаланырға мөмкин (ГОСТ 50696-94, ГОСТ 19910-94). Әгәр ҙә был ваҡыт үтеп киткән икән, газ хеҙмәтенән диагностика үткәреүҙе һорағыҙ. Улар ҡулланыуға яраҡһыҙ тип тапһа, яңы плита һатып алырға тура киләсәк.

Плита газ хеҙмәте раҫлаған техник паспорттағы план буйынса үҙ урынында тормай. Был талапты боҙған өсөн 1 меңдән 1,5 мең һумға тиклем штраф түләү янай. Әгәр ҙә газ ҡорамалын тоташтырғанда етешһеҙлектәр булыуы, газ сығып тороуы асыҡланһа, газ торбаһын өҙөүҙәре лә ихтимал.

Әгәр ҙә һеҙ йыл һайын газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереүҙән, килешеү төҙөүҙән баш тартаһығыҙ икән, штраф түләйәсәкһегеҙ. Сөнки хәүефһеҙлек – төп талап. Төҙөк булмаған газ мейесе, плита менән үҙегеҙҙе генә түгел, күршеләрегеҙҙе лә хәүеф аҫтына ҡуйыуығыҙҙы онотмағыҙ.


Фото: пиксбей

Читайте нас