Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин парламенттың түбәнге палатаһында сығыш яһағанда, "уртаса эш хаҡы" тигән терминды ҡулланмаҫҡа кәрәклеген белдерҙе. Уныңса, был күләм дөрөҫ түгел.
Төрлө төбәктә хеҙмәт хаҡы күләме төрлөсә, хатта ныҡ айырыла. Шуға ла уртасаны сығарыу ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Төбәк эсендә лә әле "уртаса"лар реаль зарплатанан ныҡ айырылыуы мөмкин.
Володин менән килешмәйенсә булмай.