Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июля 2020, 06:05

Владимир Путин ҙур эштәрҙе тантаналы рәүештә башлап ебәрҙе

Рәсәй Президенты Ҡырымға бара, тип яҙғайныҡ инде. Ул Керчь ҡалаһында урынлашҡан “Залив” карап төҙөү заводында булды.

Владимир Путин предприятиеның генераль директоры Игорь Обрубов менән “Иван Рогов” универсаль десант карабы төҙөлөшөнөң тәүге секцияһына махсус таҡта ҡаҡты.

Бынан тыш, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов, Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы Николай Евменов һәм бер төркөм рәсми вәкил менән “Митрофан Москаленко” карабы төҙөлөшөнә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.

Видеоконференция режимында Президент Северодвинскиҙа, Санкт-Петербургта атом һыу аҫты кәмәләрен төҙөү башланыуын күҙәтте.

Десант караптары һәм фрегаттар, әлбиттә, яңы быуын йөҙгөстәре. Улар иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, ҡоралланыу мөмкинлектәре лә юғары кимәлдә, элемтә бәйләнеше лә алыҫ араға иҫәпләнгән.

Ил башлығы ышандырыуынса, яңы “кәмәләр” хәрби потенциалыбыҙҙы нығытасаҡ.

Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас