Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июля 2020, 13:10

«Торатау» Конгресс-холы. Табиптар берлеге. Коронавирус

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Конгресс-холда табиптар берлеге вәкилдәре менән осрашып, коронавирус шарттарында һаулыҡ һаҡлау системаһы торошо буйынса фекер алышты. Республика етәксеһе беҙҙең медиктарға яңы инфекцияға ҡаршы көрәштә ныҡлыҡ һәм һөнәри оҫталыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул бынан дүрт айҙан да элегерәк республикала юғары әҙерлек тәртибе индереү тураһында указға ҡул ҡуйған һәм һаулыҡ һаҡлау тармағы эшсәндәре хеҙмәте менән беҙ был ауыр юлды лайыҡлы үттек. Әммә хәл-торош ябай түгел.

- Беҙҙә ауырыусылар һаны күп, үлем осраҡтары бар. Коронавирус беҙҙең медицинаны үҫтереү буйынса пландарға аяҡ салды. Бөгөн кешеләрҙең сәләмәтлеген тәьмин итеү буйынса киләсәккә саралар тураһында уйларға тейешбеҙ, - тине Башлыҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бөгөнгә (22 июлгә) ҡарата сир 6386 кешелә асыҡланған. 4686 кеше һауығып сыҡҡан, стационарҙа 225 пациент ята, шуларҙың 26-һы – ауыр хәлдә. 1,5 мең кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Республикала һаҡланыу саралары запасы ике айға тиклем етерлек. Был йәһәттән ведомство мониторинг алып бара.

8,5 мең белгес коронавируслы пациенттар менән эшләгән өсөн өҫтәмә аҡса ала.

Етәкселек әйтеүенсә, битлек тәртибе һаҡлана.

Беҙ күп сығым тотонабыҙ, бурысыбыҙ – коронавирустан тотороҡло, техник яҡтан йыһазландырылып сығыу. Был – һаулыҡ һаҡлау тармағын модернизациялау буйынса уникаль мөмкинлек, - тине Радий Хәбиров.

Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Вил Тимербулатов вирусҡа ҡаршы төп саралар тураһында үҙенең фекерен еткерҙе.

- Для выработки популяционного иммунитета нужно соблюдать масочный режим, личную гигиену и социальную дистанцию, а также ограничивать массовые скопления людей. Так значительно уменьшается риск. Важно, чтобы люди это понимали и соблюдали. Последнее время как-то легко относятся к этим мерам. Это же, во-первых, здоровье каждого человека, во-вторых, здоровье близких, с кем они контактируют. Поэтому, если мы будем соблюдать все четыре условия, нам удастся значительно улучшить эпидемиологическую ситуацию. Несмотря на угрозу коронавируса, нельзя забывать про широкий спектр прочих заболеваний, которыми страдают жители, - тип сығыш яһаны ғалим.

Радий Хәбиров уның планлы рәүештә медицина ярҙамы кәрәккән пациенттар реестрын булдырыу тураһындағы тәҡдимен хупланы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Читайте нас