"Беҙҙең өлкәндәр хәүеф төркөмөнә инә. Дарыу өсөн генә тотонған сығымдары ла уртаса 4000 һумға артты. Өҫтәмә килемдәре юҡ. Пенсиянан башҡа бер ҡайҙан да аҡса килмәй", - тиелә хатта.
Балалы ғаиләләргә әҙме-күпме аҡса биреп, бер аҙ хәлдәрен яҡшырттылар. Өлкәндәргә лә бер тапҡыр 15 мең һум күләмендә бирһәләр, уларға еңелерәк булыр ине.
Шулай түгелме? Был хатты Мишустин әфәнде аңлап уҡыһа ярай ҙа...