Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июля 2020, 07:20

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанда ял итә

Билдәле гимнастка, телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева тыуған яҡтарында ял итеүҙе өҫтөн күрә. Ул быйыл да өләсәһе менән олатаһы яҡындары янына ҡайтҡан.

Үҙенең отпускыһын спортсы Әлшәй районының Раевка ауылында уҙғара. Йыл һайын йәй көнө тыуған яғыма ҡайтам, тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

— Раевка – ул көс туплау урыны! Булды, бар һәм булыр! Күлдәр, баҡса, ҡый үләндәрен утау, балыҡ тотоу, мунса, ҡымыҙ, бал һәм яҡындарым менән усаҡ янында һөйләшеп ултырыу, - тип яҙған Ләйсән.
Фото: Л. Үтәшева социаль сәхифәһенән
Читайте нас