Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 40 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 6426 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған. Республикала 100 мең кешегә 156 сирле тура килә. Иң күбе – Өфө халҡы араһында.
Үлем осраҡтары – егерме бер. Егерме беренсе кеше Октябрьский ҡалаһынан 1954 йылғы ир. Коронавирустан тыш, ул үпкә-йөрәк ауырыуынан һәм бронхиаль астманан яфаланған.
Рәсәйҙә иһә, бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусолар һаны – 5 862 кеше (барлығы – 789 190). Һауыҡҡан пациенттар – 572 053 (+9 669). Үкенескә күрә, һуңғы тәүлек эсендә 165 кеше вирус арҡаһында донъя менән хушлашты. Вируc ҡорбандарының дөйөм һаны – 12 745.