Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июля 2020, 08:00

Халыҡта экологик мәҙәнилек сифаты уянырмы?

Көндәр эҫе булыу сәбәпле, халыҡ йылға, күл буйҙарына ағылды. Тик хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рәхәтләнеп һыу инеү менән бер рәттән, үҙҙәренән һуң сүп-сар өйөмдәрен ҡалдырыусылар ҙа табылды.Был видеояҙманан күренеүенсә, Павловкала ял итеүселәр экологик мәҙәнилектең нимә икәнен дә белмәй! Бындай сүп өйөмө ҡалдырыусылар “мырҡылдарға” онотманымы икән?Зинһар, ял итеүселәр, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: таҙартҡан ер түгел, ә бысратмаған ер таҙа!

Фото: видеояҙманан скриншот
Читайте нас