Кисә, 21 июлдә, Өфөнөң Еңеү паркы янында ҡырҡ һигеҙ йәшлек ир һыуға батып үлә. Ул көндө һәләк булыусы дуҫтары менән Ағиҙел буйында ял итә. Спиртлы эсемлектәр ҙә була улар менән. Һыу инеү ваҡытына ир арыу уҡ ҡына иҫерә. Йылғаға сумыуын сума, әммә кире ҡалҡып сыҡмай. Был хәл эргәлә торған баланың күҙ алдында була.