Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июля 2020, 20:21

Коронавирус менән сирләүселәр араһында ауыр хәлдәгеләр күбәйҙе

Һуңғы тәүлек эсендә республикала коронавирус менән сирләүселәр 41 кешегә артты. Тулыраҡ:

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 41 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 6 448 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған. Республикала 100 мең кешегә 156 сирле тура килә. Иң күбе – Өфө халҡы араһында.
Үлем осраҡтары – егерме бер. Егерме беренсе кеше Октябрьский ҡалаһынан 1954 йылғы ир. Коронавирустан тыш, ул үпкә-йөрәк ауырыуынан һәм бронхиаль астманан яфаланған.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың һүҙҙәре буйынса, бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 226 кеше дауалана. Уларҙың һикһәненең хәле яҡшыраҡ. 113 кеше уртаса хәлдә. Ә бына 33 сирленең ғүмере өсөн көрәш бара, уларҙың һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Амбулатор шарттарында дауаланыусылар – 1467 кеше. Сир тарала башлағандан алып 4634 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән ун бер кеше – һуңғы тәүлектә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас