Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июля 2020, 13:00

Картуф сәсеп, Путинға мөрәжәғәт яҙғандар

Курс өлкәһенең Курск районындағы Кукуевка ауылы янында ерҙә йорт төҙөүселәр һәм хужалары өсөнсө тапҡыр РФ Президенты Владимир Путинға видеомөрәжәғәт яҙҙыртҡан. Улар быға яҙҙан әҙерләнгән – баҫыуҙа хәрефтәр яһап, картуф ултыртҡан. Хәҙер унда ҡош осҡан бейеклектән "В.В. Путин. Помогите Кукуевке Курской области!" тигән яҙыу асыҡ күренә.

Ауылға күсеп килеүселәрҙең йорттары бәхәсле зонала – Алехин исемендәге Үҙәк-Ҡара тупраҡ ҡурсаулығы янында урынлашҡан. Тәүҙә был ер ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә булған, аҙаҡ уны шәхси торлаҡ төҙөлөшө ерҙәре итеп кешеләргә һатҡандар. Ҡурсаулыҡ сиктәре үҙгәргәндән һуң Кукуевка тәбиғәтте һаҡлау зонаһына ингән. Хәҙер бында йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау һәм теркәү, пропискаға тороу мөмкин түгел. Был сетерекле мәсьәләне урында ғына хәл итеп булмай, шуға ла кукуевсылар ил башлығына мөрәжәғәт яҙырға мәжбүр.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас