Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июля 2020, 05:45

Милли проектты ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрәсәктәр

Башҡортостандың тағы ике предприятиеһы "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ҡушыла.

«Проектсервис» һәм «Башвтормет» йәмғиәттәрен милли проект буйынса эшләү исемлегенә индереү өсөн баһаланылар.
«Проектсервис» — Рәсәй һәм сит ил баҙарына сығарыуға йүнәлтелгән һыу ағыҙыу, таҙартыу, үткәргестәр системаһы әҙерләү буйынса эшләгән инжиниринг компанияһы.
«Башвтормет» - ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтары йыйыу, эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Был ике предприятиеның милли проект ҡатнашыусылары булыуы уларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй, исемлеккә инеү өсөн предприятиелар йылына 400 миллиондан да кәм булмаған (30 миллиард һумға тиклем) килем алырға, сит ил капиталы 25 проценттан да күп булмаҫҡа тейеш.
Бөгөн БР Хөкүмәте 67 килешеү төҙөгән.

Фото: Твиттер.
Читайте нас