Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июля 2020, 11:20

«Локомотив» - «көмөш»лө, «Динамо» алтынсы булды

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең 29-сы турын тамамлап, кисә «Краснодар» командаһы менән «Динамо» уйынсылары осрашты.

Чемпионаттың көмөш миҙалына дәғүә иткән «Краснодар» футболсылары Мәскәү командаһына 0:2 иҫәбенә еңелеп, бар өмөтөн юғалтты. Уның менән бергә Чемпиондар лигаһында сығыш яһау хоҡуғынанан да ҡолаҡ ҡаҡты. Ә бына быға тиклем турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында торған «Локомотив» көмөш миҙал яулап, Чемпиондар лигаһына ла тура путевка яуланы. «Динамо» клубының да тырышлығы заяға булманы. Улар беренселек тамамланыуға бер тур алдынан алтынсы урында нығынып, Европа лигаһында көсөн һынаясаҡ.

Шулай итеп, бәхетле алтынсы урын өсөн дәғүә иткән «Арсенал» менән «Өфө»нөң буласаҡ осрашыуы мөһимлеген юғалтты.

Фото:ТАСС

Читайте нас