Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июля 2020, 08:45

Электр энергияһын нисек һаҡсыл ҡулланырға?

Электрҙы һаҡсыл ҡулланыуға түбәндәге ысулдар менән ирешергә була.

Бер нисә бүлмәләге электр лампалары менән импульслы реле ярҙамында идара итеү. был утты йыраҡтан ҡабыҙыу һәм һүндереү мөмкинлеге бирә.
Яҡтылыҡ таралышы көйләнелә торған лампалар урынлаштырыу энергияны 30 процентҡа аҙыраҡ ҡуллана.
Терегөмөшлө лампалар ҡыҙып эшләй торған лампаларға ҡарағанда ун мәртәбәгә оҙағыраҡ хеҙмәт итә, электр энергияһын 80 процентҡа тиклем экономиялай.
Электр плитәһендә төбө йәнселгән һауыт- һаба күп энергия сарыф итә.
Плитәлә кәстүлдең ҡапҡасын ябып, ризыҡ бешереү ҙә – экономия.
Һыуытҡысты йылылыҡ сығанағына яҡын урынлаштырмағыҙ. Һыуытыу камераһы һалҡынлыҡ булдырыу өсөн күп энергия ҡулланасаҡ.
“Тынлыҡ режимында” индикаторҙары янып торған телевизор, микротулҡынлы мейес, кондиционер ҙа , шулай уҡ телефон зарядкаһы ла электрҙы “һанай”.
Кер йыуыу машинаһына ла күп кер һалып йыумағыҙ. Уның барабаны ауырлыҡтан насар өйрөлгәндә , электр энергияһын күп сарыф итә.
Электр сәйнүге, үтек, электр плитәһе – өйҙә иң күп энергияны сарыф итә торған әйберҙәр.
Фото:centro-pol.ru
Читайте нас