Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июля 2020, 08:00

Ябалаҡта ауыл клубы төҙөйҙәр

Илеш районының Ябалаҡ ауылындағы төҙөлөш "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса башҡарыла. 28 млн һумлыҡ клуб бинаһы 300 урынға иҫәпләнгән, унда шулай уҡ китапхана менән балалар музыка мәктәбе лә урынлашасаҡ.

Подрядсы - "Строймонтаж" ЯСЙ-һы мәҙәниәт усағын быйыл ноябрҙә тапшырырға ниәтләй. Әле стеналар ҡоролған, ҡыйыҡ ябыуға әҙерлек бара. Бер юлы инженер селтәрҙәрен ҡороу, мебель һәм музыка инструменттарын һатып алыу ҙа онотолмай.

Илеш районы башлығы Илдар Мостафин белдереүенсә, төҙөлөш билдәләнгән ваҡытҡа тамамланасаҡ. Бының өсөн көн торошо ҡулайлы, төҙөлөш материалдары һәм кадрҙар етерлек.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас