Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июля 2020, 05:50

Газға хаҡ арта

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт (ФАС) бойороғона ярашлы, 1 августан газға хаҡ артасаҡ. Нисә процентҡа?

"Газпром" компанияһы тапҡан тәбиғи яғыулыҡ хаҡтары артасағы тураһында апрелдән үк һөйләйҙәр ине. Әммә күҙалланғанса, 1 июлдән арттырылманы. Бына хәҙер 1 августан күтәреләсәк.
Индексация күләме өс процент буласаҡ, тиҙәр. Былтыр хаҡтар 1,4 процентҡа артҡайны.
Эпидемия таралыу ваҡытында күтәрмәй торһалар ҙа яҡшы булыр ине...
Фото: pixabay.ru
Читайте нас