Кисә, 16 июль кисендә райондың Буралы ауылындағы Чапаев урамында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән - 50 литрлыҡ газ баллоны шартлаған. Йорт имен ҡалған, шулай ҙа дүрт тәҙрә селпәрәмә килгән һәм солан емерелгән. Үкенсекә күрә, зыян күреүсе бар - 48 йәшлек ҡатындың ярты тәне тиерлек утта бешкән. Уны район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенә оҙатҡандар.
ЧП урынында ҡотҡарыусылар, дознавателдәр, газсылар эшләй.
Фото: пресс-служба МЧС РБ