Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июля 2020, 06:05

Милли проект: Иң ҙур юл төҙөлөшөнөң береһендә эштәр дауам итә

Өфөлә ағымдағы йылда юл-төҙөлөш миҙгеленең иң масштаблы участкаларының береһе – Өфө-Нуғай автомобиль юлын ремонтлау бара. Бородин урамынан М-5 юлына тиклем участкала ремонт объектының оҙонлоғо 11 километр тәшкил итә.

Был объект «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса ремонтлана торған исемлеккә ингән.

Юлдарҙы ремонтлау ваҡытының әле иң ҡыҙған мәле. Өфөлә быйыл милли проект буйынса 22 юл участкаһы норматив хәлгә килтереләсәк.

Әлбиттә, юл-төҙөлөш эштәре кешеләргә уңайһыҙлыҡтар килтерә, автотранспорт хәрәкәтендә ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин. Шуның өсөн маршруттарҙы алдан планлаштырырға йәки альтернатив юлдар менән файҙаланырға кәңәш ителә.


Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас