Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июля 2020, 18:00

"Аҡбуҙат һәйкәле буйынса эштәр тамамланып килә", -

тип белдерә үҙ сәхифәһендә Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Тулыраҡ ⏬

"Кәҫле ҡалаһының «Каменный пояс» предариятиеһы белгестәре суйын композицияның алыҫ юлды нисек үткәреүен тикшерҙе һәм финиш буяуы менән ҡапланы. Аҡбуҙаттың ҡанаттары тоташҡан урынды тут баҫҡан булған, белгестәр был проблеманы ла хәл итте.
Шулай итеп өс тонналыҡ скульптураның деталдәре яңыртылды. Аҡбуҙаттың ҡанаттарының һәр береһе 200 килограмм тарта, араһы өс метр тәшкил итә.
Пандемия арҡаһында һәйкәлде рәсми асыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа был байрам йәй аҙағына тиклем үтер тип ышанабыҙ", - тиелгән унда.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас