Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2020, 14:31

Йәйге селләгә алмашҡа йәшенле ямғырҙар киләсәк

Түҙегеҙ, тиҙҙән һауа температураһы +25 градусҡа тиклем төшәсәк.

Киләһе өс көндә Башҡортостанда бик эҫе буласаҡ. Һауа температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.
Иртәгә, 16 июлдә, яуым-төшөм көтөлмәй, әммә ел буласаҡ. Төнөн температура 19-24°, урыны менән - 14°. Көндөҙ - 33-37°, урыны менән термометрҙар 38-40° күрһәтәсәк.
Ә бына 17 июлдә бер аҙ йәйге селлә бер аҙ артҡа сигенмәксе. Был көндө йәшенле ямғырҙар, көнбайыш райондарҙа яуын һәм борсаҡ көтөлә. Уртаса тиҙлектәге ел көндөҙ көсәйеүе ихтимал.
Фото: pixabay.com
Читайте нас