Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июля 2020, 19:45

Тағы бер кеше коронавирустан һәләк булды

Өфөлә йәшәүсе иргә 49 йәш кенә булған. Тулыраҡ:

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала тағы бер кеше COVID-19 ҡорбаны булды. Шулай итеп, Ҡытайҙан килгән яман сирҙең республикалағы ҡорбандары һаны егермегә етте.
Министрлыҡта хәбәр итеүҙәренсә, донъя ҡуйған ир Өфө ҡалаһынан. Уға 49 йәш кенә булған. Ирҙең быға тиклем морбиодлы һимереү менән сирләүе лә билдәле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән тәүлектә Башҡортостанда тағы ла 47 кеше коронавирус эләктергән. Вирус менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны алты меңдән артты.
Фото: pixabay.com
Читайте нас