Был илдәргә барыу өсөн туристарға коронавирус менән сирләмәүҙәре тураһында документ кәрәк.Медицина белешмәһе сикте уҙғанда бер нисә сәғәт эсендә алынырға тейеш. Ял итеүселәрҙең температураһын да үлсәйәсәктәр.
Өфө аэропорты биргән мәғлүмәттәр буйынса, былтыр Башҡортостандан 370-380 мең кеше сит илгә сыҡҡан. Уларҙың 70 проценты Төркиәгә самолетта осҡан.
Республика халҡының 10 проценты сит илгә йөрөй.