500 г еләк, бер лимон, бөтнөк, 300 г шәкәр кәрәк.
Өс литрлы банкаға еләк, түңәрәкләп туралған лимон, бер нисә бөтнөк япрағын һалығыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 30-40 минут ултыртып тороғоҙ.Һуңынан һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа, кире банкаға ҡойоп, стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйығыҙ.