Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2020, 16:10

Хәрби уҡыу йорттарына имтихандар башланды

Бөгөн РФ Оборона министрлығының хәрби вуздарына ҡабул итеүҙәр башланды.

Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 40 меңдән ашыу егет- ҡыҙ унда уҡырға инергә теләк белдергән. Коронавирус пандемияһы арҡаһында БДИ имтихандарын күсереү сәбәпле, офицер булырға теләүселәр ҡабул итеү имтихандарын төбәктәрҙә тапшырасаҡ. Бөгөн БР хәрби комиссариатында ла 35 уҡыу йортона һынауҙар үтте. Имтихандар 5 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.Иң юғары конкурс Новосибирскиҙағы Юғары хәрби команда училищеһы, Советтар Союзы маршалы Г. Жуков исемендәге Һауа- десант хәрби академияһы, Санкт- Петербургтағы С. Киров исемендәге хәрби- медицина академияһына.
Фото: scoopnest.com
Читайте нас