Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2020, 18:13

Өфөлә волонтерҙар пневмония менән сирләүсе япа-яңғыҙ ҡартты тапҡандар

86 йәшлек пенсионер әлеге ваҡытта дауаханаға оҙатылған.

“Старость в радость” ойошмаһының ағзалары хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәүсе 86 йәшлек ҡарт ауыр хәлдә яңғыҙ ҡалған.
- Кисә кис күршеһе ашатҡан саҡта ул әле һөйләшкән. Ә бөгөн уның янында “Ярҙам итегеҙ, ашығыс ярҙам кәрәк” тигән яҙыулы ҡағыҙ тапҡандар, - тип хәбәр итә волонтерҙар.
“Старость в радость” ойошмаһының ағзалары уға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү ниәте менән килгән саҡта таба. Күршеләр ярҙамында табиптарҙы саҡыртып, уны дауаханаға оҙаталар.
Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта ул ковид бүлегендә ята. Үпкә сиренән тыш, уның хәле юғары тән температураһы, йөрәк ауырыуынан дп киҫкенләшкән.
Волонтерҙарҙың һүҙҙәре буйынса, пенсионерҙың үпкәһе егерме процентҡа сирле. Ул оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ йәшәгән – ҡатыны һәм ике улы вафат булғандар.
Фото: АНО "Старость в радость"
Читайте нас