Республика етәксеһе коронавирус таралыу хәүефе сәбәпле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указына тағы үҙгәрештәр индерҙе. Ул балалар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына ҡағылышлы.
Йәйге лагерҙарҙың асылыу датаһы - 29 июль. Ул да ҡәтғи аныҡ көн түгел. Сөнки вирус таралыу шарттарында балалар һаулығына битараф ҡалырға ярамай. Әгәр ҙә хәүеф бар икән, лагерҙарҙың тәғәйен ваҡытта асылмауы ла ихтимал.
Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирус буйынса халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреүҙе дауам итергә ҡушылды. Брифингтар һәр шишәмбелә сәғәт 3-тә башлана.