- Дөйөм мәсьәләләрҙе 2024 йылға тиклем генә түгел, ә унан һуң да, алдағы ун йыллыҡҡа күҙаллап билдәләргә кәрәк, - тине Путин.
Һәм Рәсәй ғаиләләренә, ғөмүмән, кешегә заманса мөхит булдыра торған эштәрҙе һанап китте.
- Иң беренсе, әлбиттә, кешенең һаулығы һәм именлеге. Беҙгә был йәһәттән ғүмерҙе оҙонайтыу, ярлылыҡты бөтөрөү кеүек эштәр тураһында уйларға кәрәк. Яңы эш урындары булдырыу, кешегә үҙ эшен асыуға булышлыҡ итеү кеүек ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау системаһын һәр төрлө янауҙарға ла ҡаршы торорлоҡ итергә бурыслыбыҙ.
Икенсенән, кешенең һәләтен, айырыуса балаларҙың талантын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу. Һәр йәш кеше үҙенә ҡулайлы эш табырға тейеш.
Өсөнсөнән, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу. Бында бигерәк тә экологияны хәстәрләү мөһим. Беҙҙә ул яҡтан проблемалар бар, - тип һанап алып китте Рәсәй Президенты.
Милли проекттарҙың нисек ғәмәлгә ашырылыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп йөрөйбөҙ. 2024 йылға уларҙың һәр береһе ҡуйылған маҡсатына ирешһен, беҙҙең тормош яҡшырһын ине, тип теләйек.