Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июля 2020, 10:55

Сапсандар үҫкән

Быйыл Уралсиб банкы башында тыуған ҡошсоҡтар ҙур булып үҫкән.

Быйыл яҙ Өфөнөң Уралсиб банкы башында сапсандар 4 бала сығарған ине. Ҡошсоҡтарға Еңеү, Батыр, Ағиҙел һәм Май ҡушаматы ҡушылды. Әле уларҙың бөтәһе лә осорға өйрәнә. Көҙ көнө йылыраҡ илдәргә “сәйәхәт ҡылырға” ҡанат нығыта.

Әйткәндәй, ҡошсоҡтарҙың тормошон Өфөлә генә түгел, Германияла, Польшала, Белоруссияла һәм Украинала онлайн (камералар ярҙамында) күҙәтеп барырға була.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас