Сит илдәрҙән ҡайтыусылар илебеҙ биләмәһенә инер алдынан йәки илдә өс көндә коронавирусҡа тест тапшырырға тейеш буласаҡ. Уның урынына антиесемдәр булыуына документ күрһәтергә мөмкин. Әгәр коронавирусҡа тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, кешеләрҙең үҙҡурсаланыуҙа ултырыуы мотлаҡ. Ошондай тест булмаһа, уны үтеү өсөн өс көн бирелә.