Аномаль эҫелә фонтан һыуҙары бер аҙ ярҙамсы кеүек. Тик уның янында саманан ашырға кәрәкмәй. Һыу ағымы танауға эләгеп, эскә тын юлына китһә, сәсәүегеҙ ҙә ихтимал.
Мәҫәлән, Өфөлә 21 фонтан бар. Уларҙа һыу айына ике тапҡыр алмаштырыла. Һауыттар махсус препарат менән таҙартыла. Ҡайһы берәүҙәренең махсус фильтрҙары бар. Шуға ҡарамаҫтан, фонтандар һыу инеү, эсеү, ауыҙ сайҡатыу, велосипедты йыуыу урыны түгел. Унда бит ҡоштар ҙа, эттәр ҙә йөрөй. Саң, бысраҡ барыбер була.
Коронавирусҡа өҫтәп, хәҙер дауаханаларға эсәк ауырыуы менән дә эләгергә теләмәйһегеҙҙер бит? Өлкәндәр, балаларығыҙға аңлатығыҙ, зинһар.