Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июля 2020, 07:41

Радий Хәбиров: "Беҙҙә әле үҙҡурсалау режимын кәметергә бер генә лә шанс юҡ"

Бының турала БР Башлығы республика хөкүмәтендәге бөгөнгө кәңәшмәлә белдерҙе.

"Беҙҙә әле үҙҡурсалау режимын кәметергә, яңы ҡарарҙар ҡабул итергә бер генә лә шанс, позитив яңылыҡ юҡ. Уларға мәктәп лагерҙарын асыу, ҡайһы бер эшмәкәрлек төрҙәрен тергеҙеү, өлкәндәр өсөн үҙҡурсалау режимын сисеү инә", - тип һыҙыҡ аҫтына алды Радий Хәбиров.

Әле Башҡортостанда 5967 тажзәхмәт йоҡтороу осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә ул 46 кешегә артҡан.

Фото: Т,Аманов

Читайте нас