Шулай ҙа был ерҙән сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең тыуған яғын, нигеҙ ташын онотмай. Был ялда Хәсән ауылында тыуып үҫеп, ил буйлап таралышҡан халыҡ оло байрамға йыйылды. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамы үтте бында. Пандемия сәбәпле күптәр ҡайта алмаһа ла, байтаҡ кеше йыйылды һәм байрам матур ойошторлдо.
Әйткәндәй, быйыл Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата, ауыл урынында стелла төҙөлдө. Унда яу яланында ятып ҡалған, һәм һуғыштан ҡайтып һалак булған ҡаһармандар исемлеге тулыһынса яҙылған.