Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июля 2020, 16:30

Бер ир көсөктө быуып маташҡан, ә аҙаҡ ташҡа бәргән

Был хәл Стәрлетамаҡта булған. Эргәнән үтеп барған егеттәр ҡот осҡос күренешкә тап булған: бер ир көсөктө быуып маташҡан, ә һуңынан бөтә көсө менән ташҡа һуҡҡан. Улар ҡәбәхәттән көсөктө тартып алған. ⏬

Көсөк мөғжизә менән иҫән ҡалған - егеттәр уны ветеринария клиникаһына алып барған, уға система ҡуйғандар. Яйлап ул аңына килә башлаған.
— Был ирҙең 3 эте бар: берәүһе - инә, икәүһе - көсөк. Күршеләре әйтеүенсә, ҡайһы берҙә ул уларын да туҡмай. Һирәк ашата, эттәр кешеләрҙән ҡурҡа, бер кемгә лә яҡын килмәй, - тип һөйләне көсөктө үҙенә алырға хәл иткән егет. Ләкин теге осраҡтан һуң ул ирҙе башҡаса күрмәгән.
Хәҙер көсөк төҙәлә башлаған. Яңы хужаһы уға Рокки тигән ҡушамат биргән.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас