Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июля 2020, 13:19

Йөҙйәшәр ветеранды үлтергән енәйәтселәрҙе табышҡан кешегә 500 мең вәғәҙә итәләр

Был хаҡта "Берҙәм Рәсәй" партияһының региондағы башлығы Рөстәм Әхмәдинуров хәбәр итте.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының республика комитеты башлығы Рөстәм Әхмәдинуров Ҡыйғылағы йөҙ йәшлек ветеранды талап үлтергән енйәтәселәрҙе тоторға ярҙам итеүсегә биш йөҙ мең һум вәғәҙә итте. Уның һүҙҙәре буйынса, ветеран Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Байкал аръяғының берҙәм фронты составында Бөйөк Еңеүҙе яҡынлатҡан. Һуңғы йылдарҙа ул яңғыҙы донъя күргән, әммә балалары, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм волонтерҙар ярҙамдан ташламаған.
Рөстәм Әхмәдинуров һүҙҙәре буйынса, енәйәтселәрҙе тотошорға ниндәй ҙә булһа файҙалы мәғлүмәт менән ярҙам итеүсе аҡсалы буласаҡ. Мәғлүмәттәрҙе 8 800 201 89 03 номеры буйынса йыялар.
Иван Несмеяновтың фажиғале үлеме хаҡында район башлығы Зөһрә Гордиенко кисә хәбәр иткәйне. Уның һүҙҙәре буйынса, енәйәтселәр ветеранды талау ниәте менән йортҡа төшкән.
Фото: Зөһрә Гордиенко
Читайте нас