Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июля 2020, 12:48

Коронавирус һаман ҡотора

Һуңғы тәүлек эсендә республикала коронавирус менән сирләүселәр 48 кешегә артты. Тулыраҡ:

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 48 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 5 826 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған. Яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән, элеккесе – ун туғыҙ кеше.
Рәсәйҙә иһә, бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусолар һаны – 6 635 кеше (барлығы – 713 936). Һауыҡҡан пациенттар – 489 068 (+7 752). Үкенескә күрә, һуңғы тәүлек эсендә 174 кеше вирус арҡаһында донъя менән хушлашты. Вируc ҡорбандарының дөйөм һаны – 11 017.
Фото: pixabay.com
Читайте нас