Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2020, 11:10

Владимир Путин хайуандарҙы яҡлауға бәйле күрһәтмәләр бирҙе

Рәсәй Президенты экологияға бәйле һәм хайуандарҙы яҡлаусы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуынан һуң, бер нисә документҡа ҡул ҡуйҙы.

Ил башлығының күрһәтмәләрендә түбәндәгеләр бар:

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә хайуандар менән мөнәсәбәт өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарата административ яуаплылыҡты көсәйтеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә.

Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында ауыр хәлдә ҡалған хайуандар приюттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса саралар күрергә (1 ноябргә тиклем).

РФ Хөкүмәтенә башҡарма власть органдары менән берлектә, “Яңы проекттарҙы танытыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы” ҡатнашлығында ил территорияһында берәҙәк хайуандар өсөн приюттар селтәре булдырыу тураһында тәҡдим әҙерләргә (1 августҡа тиклем).

РФ Генераль прокуратураһына ЭЭМ (МВД) менән берлектә хайуандарға ҡарата мөнәсәбәт буйынса ҡануниәтте боҙоу факттарын тикшерергә.

Йәмәғәт, яныбыҙҙағы “дүрт аяҡлы дуҫтарға” ҡарата йылы мөнәсәбәттә булайыҡ. Урамға сығарып ташламайыҡ. Барыһын да күҙәтәләр.

Фото: Кремлин.ру

Читайте нас в