- Ауыл мәҙәниәт йортонда ғаилә көнөнә арнап, балаларҙы боронғо башҡорт йолалары менән таныштырҙыҡ. Фәрзәнә өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә боронғо башҡорттарҙың йәйләүҙәрҙә тирмәләр ҡороп, уларҙың эстәренә аҫалы балаҫтар йәйеп ултырыуҙарын, сүкеп биҙәлгән һандыҡтар өҫтөндә өйөлөп торған сигелгән мендәрҙәр тороуын һөйләне, һандыҡ эсендә генә һаҡланған затлы камзул, сигелгән таҫтамалдар, алъяпҡыстарҙы күрһәтте. Үҙе кейгән бал итәкле күлдәк, камзул, тәңкәләр ҡушып тегелгән түшелдереге менән дә таныштырҙы. Кескәйҙәр өләсәй һөйләгәнен тыңлап,уларҙы тотоп ҡараны. Борон башҡорттарҙың ғаиләләре бик ишле, татыу булған. Ырыу - ырыуҙары менән тирмәләрҙә йәшәгәндәр. Атай-бабаларыбыҙ кеүек тыуған - тыумасалар, күршеләр менән татыу йәшәйек! Һәр ғаилә бәхетле булһын, өй эстәре бала-саға тауыштары менән гөрләп торһон!- тип яҙа Ауырғазы райоының Мораҙым моделле китапханаһы хеҙмәткәре Ләйлә Дилмөхәмәтова.