

26 йәшлек спортсы уҙған миҙгелдә «Газпром-Югра» командаһында уйнап, Рәсәй суперлигаһында 436 мәрәй туплай һәм иң көслө волейболсы булып танылды. Шуға күрә уның өсөн Европаның бер нисә көслө клубы һунар итә, әммә ул Рәсәй беренселеген һайлай.
Музай үҙ иленең бер нисә командаһында сығыш яһап, һәр төр миҙалға лайыҡ була. Польша йыйылма командаһы составында ла уңышлы уйнап, Донъя кубогының көмөш миҙалын яулай. Шулай уҡ милләт-ара лигаһында һәм дә Европа беренселегендә призер булып таныла.
Фото:ТАСС.