Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июля 2020, 09:30

ППМИ аша - спорт майҙансығы!

Учалы районының Учалы ауылында универсаль спорт майҙансығы сафҡа инде. Уны ауыл халҡы инициативаһы менән Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы буйынса төҙөгәндәр. Майҙансыҡ яңыраҡ сафҡа балалар баҡсаһы янында урынлашҡан. Нимәһе иғтибарға лайыҡ - эргә-тирәлә йәштәр йәшәй, тимәк балалар күп.

Майҙансыҡ төҙөүгә республика һәм ауыл биләмәһе бюджетынан аҡса бүленгән. Ауыл халҡы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ла үҙ өлөшөн индергән. Ейәнсура районының «Уралдеком» компанияһы бар эштәрҙе башҡарған.
Әйткәндәй, былтыр ауылда Башҡорт гимназияһы биләмәһендә лә универсаль спорт майҙансығы ҡорғандар. Ошондай өсөнсө объект РТС биҫтәһендә лә буласаҡ.
Фото: Т.Аманов

Читайте нас