Организм ял итһен өсөн төнгө сәғәт 12-нән дә ҡалмай йоҡларға ятырға кәрәк һәм ул 7 сәғәт дауам итергә тейеш.
Йоҡлар алдынан мотлаҡ бушанырға һәм тәһәрәт алырға онотмағыҙ.
Ашағандан һуң 2 сәғәт үтмәйенсә йоҡларға кәңәш ителмәй.
Көндөҙ бер сәғәт серем итеп алыу фекерләү ҡеүәһен арттыра.
Бейек мендәрҙә йоҡларға ярамай. Шулай уҡ йоҡо бүлмәһен ял алдынан елләтеп алырға онотмағыҙ.