Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының судында танышын һыуға батырып үлтергән ирҙе хөкөм иттеләр. Енәйәт эше биш йыл элек ҡылынһа ла, әле саҡ уның осона сыҡҡандар. Ир үҙе полицияға килеп һөйләмәһә, бәлки, һаман был хаҡта белмәҫтәр ҙә ине.
Билдәле булыуынса, 2015 йылдың август айында бер төркөм ир Төйәләҫ йылғаһы буйында спиртлы эсемлектәр эсеп ултырған. Шул ваҡытта икәүһе араһында янъял ҡуба. Һөҙөмтәлә, береһе икенсеһен һөйрәп йылғаға төшөрә лә, тегенеһе һыуға тонсоҡҡансы башын йылғаға тыға. Ярҙа ҡалған таныштарына был ир йылғаға йөҙөп китте, тип хәбәр итә.
2019 йылда ир үҙ ғәйебен танып, полицияға килә. Аҙаҡ үҙ һүҙҙәренән баш тартып маташа ла, тик әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Сибай суды уны кеше үлтереүҙә ғәйепле тип таба. Енәйәтсе киләһе 13 йылды төрмәлә үткәрәсәк.