Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июля 2020, 14:05

Ҡондоҙ һөжүм иткән

Салауат районының бер ауылында бер ҡатындың аяғын ҡондоҙ тешләгән. Ҡазаланыусыны дауаханаға алып киткәндәр.

Иртән эшкә барырға сыҡҡан ҡатын ҡапҡа алдында ят йәнлекте күрә. Уны эт тип уйлай һәм ҡыуып ебәрергә маташа. Тик йәнлек ҡондоҙ булып сыға. Ул бөтөнләй ҡурҡмай, ә киреһенсә, кешегә һөжүм иткән.

Тауышҡа ханымдың улдары килеп сыҡҡан һәм ҡондоҙҙо һәнәк менән сәнсеп үлтергән.

Әле ҡырағай йәнлекте экспертизаға ебәргәндәр.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас