Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июля 2020, 16:00

Беҙҙең табиптар Ҡарасәй-Черкес Республикаһының юғары исеменә лайыҡ булды

ҠЧР Башлығы Рәшит Темрезов Башҡортостан белгестәре Руслан Ғүмәровҡа, Салауат Өмөтбаевҡа (һүрәттә), Евгений Кустовҡа, Константин Золотухинға "Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы" званиеһын тапшырҙы. ⏬

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнән 17 табип был республикаға тажзәхмәт менән сирлеләрҙе дауалауға ярҙамға ебәрелгәйне. Бының турала төбәк етәксеһе Ришат Темрезов РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һорағайны.
Беҙҙекеләр ҠЧР-ҙа өс аҙна дауамында эшләне.
Фото:Т.Аманов
Читайте нас