Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июля 2020, 05:50

Латыштар хоккейҙа – беренсе…

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы уҙған донъя чемпионаттары тарихы буйынса иң көслө уйынсыларҙың исемлеген теркәне. (һүрәттә данлыҡлы пятерка- Макаров-Ларионов-Крутов, Касатонов-Фетисов).

Унда бар көйәрмәндәрҙең тауышы буйынса 15 ил хоккейсылары араһынан «иң-иң» һайланды. Иң күп тауышты данлыҡлы Уэйн Гретцки йыйҙы. Унан ҡала икенсе бер билдәле һөжүмсе Яромир Ягр килә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Гретцки донъя беренселендә бер тапҡыр ғына бронза миҙал яулап билдәләнһә, Ягр иһә, ике тапҡыр алтын миҙал яулап, ике тапҡыр бронза призеры булған. Өсөнсө һөжүмсе булып Латвиянан Сергей Жолток һайланған. Тәүге икәүһе лайыҡ икән ти, тик латыш, бөтөнләй билдәһеҙ уйынсы… Хикмәт шунда: тауыш биреүҙә латыштар әүҙем ҡатнашҡан тиелә. Сөнки алты көслө уйынсы араһында, Латвиянан, хатта дүрт хоккейсы билдәләнгән. Жолтоктан тыш, ике һаҡсы – Сандис Озолиньш менән Карлис Скрастиньш һәм ҡапҡасы Артур Ирбе урын алған. СССР-ҙың һәм дә Рәсәйҙең дан яулаған бер вәкиленә лә урын табылмаған…

Фото:ТАСС
Читайте нас